05:47 (UTC+5), 23 Июля 2020

Башҡортостан 2021 йылда Бөтә донъя фольклориадаһын үткәрергә әҙерләнә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров 2021 йылда VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
Билдәле булыуынса, 2020 йылда июлдең икенсе яртыһында Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһы үтергә тейеш ине, ләкин, башҡа бик күп күләмле саралар кеүек үк, пандемия арҡаһында 2021 йылға күсерелде.
Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет менән килешеп, Фольклориаданы киләһе йылдың июлендә уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡава килтергән мәғлүмәттәр буйынса, унда 80 илдән коллективтарҙың ҡатнашыуы көтөлә. 2020 йылдың 15 июленә 57 ил теркәлгән. Өфөгә Бөтә донъя фольклориадаһына бөтәһе 2500-гә яҡын кешенең килеүе көтөлә.
Республиканың 34 ҡала-районын үҙ эсенә алған ете фестиваль округы билдәләнгән. Фольклориаданың күсмә өлөшө ошо биләмәләрҙә үтергә тейеш. Андрей Назаров әйтеүенсә, әҙерлек буйынса төп саралар үткәрелһә лә, ҡалған ваҡытты мөмкин тиклем һөҙөмтәле ҡулланыу мөһим.
«Республикаға бик күп ҡунаҡтар килә һәм уны яҡшы яҡтан күрһәтергә кәрәк. Ә беҙҙең күрһәтерлек нәмәләр бар. Башҡортостанда Фольклориада-2021 иң юғары кимәлдә үтһен өсөн хәҙер бөтәбеҙгә лә берләшеү зарур», — тине беренсе вице-премьер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика