Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Июль 2020, 10:54
«Коронавирус»ҡа арналған граффити авторы Еңеүҙең 75 йыллығына арт-объект төшөргән
Өфөлә яңы арт-объект барлыҡҡа килде. Октябрь проспектында урынлашҡан 6/2 йорт ихатаһындағы хужалыҡ ҡаралтыһы диуарында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған һүрәт барлыҡҡа килде.
Авторы — стрит-арт рәссам, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы янындағы йортҡа төшөрөлгән
граффити
авторы Артур Лукьянов.
Иҫке трансформатор будкаһы диуарында кәмәләге матростар һүрәтләнгән. Картинаның макетын рәссам үҙе уйлап тапҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Артур Лукьянов дауахана эргәһендәге йорт диуарындағы рәсеме менән танылыу яулағайны.
Граффитиҙа «коронавирус»ҡа янап торған шәфҡәт туташы төшөрөлгән. Ижад емеше йәмәғәтселек араһында киң резонанс тыуҙырҙы, рәссамға һүрәтте бер нисә тапҡыр үҙгәртергә тура килде.
https://www.bashinform.ru/news/1471395-avtor-koronavirusnogo-graffiti-narisoval-art-obekt-k-75-letiyu-pobedy/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
арт-объект
Читайте нас: