12:05 (UTC+5), 08 Июля 2020

Ғафури районында «Башҡортостан йөрәге» халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы барлыҡҡа килә

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ғафури районының Уҡлыҡая итәгендә тиҙҙән «Башҡортостан йөрәге» халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы барлыҡҡа килә. Майҙанда ҡурай сәскәһе тажы рәүешендә һигеҙ тирмә ҡорола. Йыл һайын бында халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика һәм район фестивалдәре ойошторола. Тирмәләрҙә милли биҙәүестәр, халыҡ уйын ҡоралдары, башҡорт аш-һыуын әҙерләү буйынса оҫтаханалар асыла. Муниципалитет йәнә бер нисә проект өсөн грант ярҙамына ғаризалар әҙерләй, тип һөйләне Ғафури районы башлығы Фәнзил Сыңғыҙов районға эш сәфәре менән килгән Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа.
Сәйетбаба ауылында Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – урындағы тарихи-мәҙәни үҙәктең эшмәкәрлеге менән танышты. Ул башҡорт халҡының рухи мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, тарихты өйрәнеүгә – боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, фольклорҙы, традицион кәсептәрҙе һәм һөнәрҙәрҙе тергеҙеүгә йүнәлтелгән. «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәк ҡарамағында «Асанай» халыҡ фольклор ансамбле, балалар һәм өлкәндәр өсөн бейеү төркөмдәре, «Аҡбейек» драма театры, өлкән йәштәгеләр өсөн клуб уңышлы эшләп килә. Балаҫ һуғыу, бәйләү һәм кейеҙ баҫыу, ағасты һырлап әйберҙәр яһау, ҡурай, думбыра, ҡумыҙ эшләү түңәрәктәренә халыҡ күпләп йөрөй.
Урындағы халыҡ менән аралашыу барышында Башҡортостан башлығынан ауылда инженерлыҡ селтәрҙәрен төҙөү эштәренә булышлыҡ итеүен һоранылар.
«Беҙ мотлаҡ ярҙам күрһәтербеҙ. Бөгөн муниципалитет башлығы менән газ, һыу тәьминәте мәсьәләләрен тикшерербеҙ һәм тейешле ҡарарҙар ҡабул итербеҙ», – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе бында 3454 кешене хеҙмәтләндергән ауыл табип амбулаторияһын ҡарап сыҡты. Амбулатория ҡарамағында Ҡолҡан, Ҡаранйылға, Усман, Йөҙимән, Иҫке Тайыш, Имәндәш, Юрмаш һәм Ҡарағай ауылдарында һигеҙ ФАП эшләй.
Республика башлығы ҡорамалдар, дарыуҙар менән ҡыҙыҡһынды. Табиптар һүҙҙәренсә, учреждениела барыһы ла етерлек, ләкин бинаға ремонт талап ителә. Радий Хәбиров 2021 йылда объектҡа комплекслы ремонт яһауҙы планлаштырырға ҡушты.
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика