14:16 (UTC+5), 29 Июня 2020

Өфөлә «Сөләймәновтар йорто» мәҙәни мираҫ объекттары дәүләт реестрына индерелде

Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Мәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм дәүләт реестры «Сөләймәновтар йорто» менән тулыланды. Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығының «Сөләймәновтар йортон (Кийкова А.А.)» исемлеккә индереү тураһында бойороғо хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Төбәк әһәмиәтендәге ҡомартҡы Өфөнөң Туҡай урамында урынлашҡан, 31-се йорт.
Сөләймәновтар йорто 1870-1880 йылдарҙа Туҡай урамының усадьба участкаһында төҙөлгән (элек Фроловская, Воскресенская). Ул Ырымбур мосолман диниә назаратының өсөнсө мөфтөйөнөң улы ахун Шәрәфетдин Ғәбделвәхит улы Сөләймәновтыҡы булған. Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бина нисек төҙөлгән, шул килеш һаҡланған.
ХХ быуатта биналағы фатирҙарҙың береһендә икенсе саҡырылыш СССР-ҙың Юғары Советы депутаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы Рәҡиә Шәйхәттар ҡыҙы Ҡотлобаева йәшәгән.
Тарихи-мәҙәни экспертизаны республиканың Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре үткәргән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика