11:10 (UTC+5), 22 Июнь 2020

Радий Хәбиров Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениеларын асыу офоҡтарын билдәләргә ҡушты

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
Бөгөн республика башлығы Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт учреждениеларын асыуҙы һәм күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар үткәреүҙе яҡшылап уйларға ҡушты. Радий Хәбиров мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға ошо темаға тәҡдимдәр әҙерләү бурысын йөкмәтте.
«Әйҙәгеҙ, мәҙәниәт учреждениеларын асыу йәһәтенән бергәләп уйлашайыҡ. Роспотребнадзор менән һөйләшеү һәм килешеү уҙғарып өлгөрһөндәр өсөн ҡасан әҙер булыуығыҙҙы әйтегеҙ һәм яйлап аса башлағыҙ», — тине Радий Хәбиров.
24, 26, 27 июндә — күп халыҡ ҡатнашлығындағы саралар, 30 июндә Халыҡ-ара форум уҙғарыла, унда 50-нән ашыу кеше ҡатнаша, тип билдәләне республика башлығы. Шуға бәйле ул юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерергә ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика