06:11 (UTC+5), 17 Июня 2020

Эстонияла Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләнеләр

Ләйлә Аралбаева
Кисә Эстонияның бәләкәй генә Палдиски ҡалаһында, Салауат Юлаевтың һуңғы 25 йыл ғүмере үткән урында, башҡорт халҡының милли батырының тыуыуына 266 йыл тулыуҙы билдәләнеләр.
Ҡөрьән сүрәләре, башҡорт милли уйын ҡоралы — ҡурай моңо яңғыраны, геройҙың һәйкәленә сәскә ултыртылды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Таллиндағы «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы етәксеһе Флүзә Хәйруллина һөйләне.
Эстонияның Палдиски ҡалаһында (элекке Рогервик ҡәлғәһе) башҡорт халҡының геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәл бар. Тамара Нечаева эшләгән Салауат Юлаев бюсының күсермәһе суйындан ҡойолған, бюстың ауырлығы — 214 килограмм, бейеклеге — бер метр.
Салауат Юлаев 1775-1800 йылдарҙа ғүмеренең һуңғы осорон уҙғарған элекке Рогервик ҡәлғәһендә – Палдиски ҡалаһының элекке мэрияһында эстон, рус һәм инглиз телдәрендәге яҙыуҙар менән мемориаль таҡта тора. «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы бына 20 йыл инде атаһы Юлай Аҙналин менән Эстляндия губернаһы Рогервик ҡәлғәһенә мәңгелек һөргөнгә ебәрелгән башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың хәтерен ҡәҙерләп һаҡлай. Эстонияла башҡорт диаспораһының әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бөгөн Палдискиҙа һәр кем Салауат Юлаевтың кем икәнен белә.
«Палдискиҙа ике һәйкәл бар. Береһе 1893 йылдың 7 сентябрендә «Һыу ҡыҙы» хәрби карабында һәләк булған Рәсәй император флотының 177 морягына арналған. Икенсеһе – Палдиски үҙәгендә, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, Башҡортостандың милли геройының һәйкәленә күберәк иғтибар күрһәтелә. Палдискиҙа йәшәүселәр башҡорт халҡы өсөн ғорурлана: ике быуат үтһә лә, башҡорттарҙың яҡташтарын һәм геройын онотмауына, традицияларҙы хөрмәт итеүенә һоҡлана», — тип һөйләне Флүзә Хәйруллина.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика