09:18 (UTC+5), 09 Июня 2020

Милли матбуғатҡа ярҙам итеү маҡсаты менән уҙғарылған акцияла төп бүләкте ауыл фельдшеры отто

Ләйлә Аралбаева
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығы уңайынан «Башҡортостандың милли матбуғатына ярҙам ит» акцияһы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды. Һөҙөмтәләр «Юлдаш» радиоһының «Теге өсәү» тапшырыуы эфирында иғлан ителде.
Акция 23 майҙан 9 июнгә тиклем барҙы. Акция тураһында уҡыған 165 мең кешенең 700-ҙән ашыуы ғына бөтә шарттарҙы үтәй алды һәм улар араһында бүләк уйнатылды. Осраҡлы һандар генераторы еңеүселәрҙе – Ҡоролтай, «Юлдаш» радиоһы төркөмдәре һәм социаль селтәрҙә 13 баҫмаға яҙылыусыларҙы билдәләне.
Уңыш Учалы районынан Әлфиә Күсәеваға, Баймаҡ районынан Земфира Ғүмәроваға йылмайҙы. Уларға 10 000 һәм 20 000 һум аҡса бирелә. Ә төп бүләкте – 30 000 һум аҡсаны Әбйәлил районынан Нурия Усманова отто.
«Теге өсәү» тапшырыуы алып барыусыларына тура эфирҙа еңеүсе менән аралашыу бәхете тейҙе. Нурия Усманова Ишкилде ауылында фельдшер булып эшләй һәм байтаҡ йылдар республика, район гәзит-журналдарын алдыра.
«Социаль селтәрҙә күп кенә башҡорт төркөмдәренә яҙылғанмын. Улар аша беҙ күп нәмәләр беләбеҙ, республика һәм район яңылыҡтары менән танышып барабыҙ. Ләкин ғәҙәт буйынса гәзит-журнал да уҡыйбыҙ. Гәзит-журналдар – күңел аҙығы ул. Бер ҡасан да башҡорт баҫмаларына яҙылмай ҡалғаным юҡ», — ти еңеүсе.
Шулай уҡ өс ҡатнашыусы «Юлдаш» һәм «Ашҡаҙар» радиоларынан бүләктәр отто, ә тағы 13 кешегә башҡорт гәзите йәки журналына яҙылыу эләкте.
Акцияны ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Юлдаш» радиоһы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы әүҙем яҙылыусыларға милли матбуғатҡа тоғролоҡтары һәм баҫма гәзит-журналдар менән ҡыҙыҡһыныуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика