06:29 (UTC+5), 05 Июнь 2020

Башҡортостанда Салауат Юлаев көндәре тәүгә онлайн үткәрелә

автор
Ләйлә Аралбаева
2020 йылда Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тула. Эпидемиологик хәлгә бәйле Салауат Юлаев көндәрен онлайн уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
12-16 июндә республиканың барлыҡ район-ҡалалары ошо сараға ҡушыла.
Республика Милли музейында видеокәңәшмә режимында «Герой һәм шағир. Салауат Юлаев шәхесенең Башҡортостан тарихындағы роле» тип аталған ғилми-ғәмәли конференция ойошторола.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры үҙенең ютуб-каналында Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһын, ә Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры операға башҡарылған увертюраны күрһәтә.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры архив фондынан Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» спектаклен (режиссеры — Азат Нәҙерғолов) тәҡдим итә.
Нефтекама дәүләт филармонияһы Салауат Юлаевтың тормошона һәм ижадына бағышланған «Оран» тигән музыкаль-поэтик программа әҙерләгән.
Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы урындағы республика телеканалдарында документаль фильмдар күрһәтеүҙе ойоштора. Улар иҫәбендә — «Салауат Юлаев көндәре» (режиссеры — Малик Яҡшымбәтов), «Мин — Салауат» (режиссеры — Г. Шеваров, А. Морозов), «Һынмаҫ рух» (режиссеры — Әмир Абдразаҡов) фильмдары.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Ғәскәров мираҫы» концертының яҙмаһы һәм Марат Кәримов ҡуйған «Салауат» бейеүе менән ҡыуандырмаҡсы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты инстаграмда шиғырҙар конкурсы үткәрә.
Мәҙәниәт өлкәһенең һөнәри белем биреү учреждениелары Салауат Юлаевҡа арналған тематик концерттар, күргәҙмә, шулай уҡ Салауат тураһында йырҙар башҡарыу һәм яугир-шағирҙың шиғырҙары флешмобын ойоштора. Сибай сәнғәт колледжы «Батырҙар иле» һүрәттәр конкурсын уҙғара.
БСТ телеканалы милли батырыбыҙға бағышланған фильмдар һәм тапшырыуҙар шәлкеме әҙерләгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика