05:49 (UTC+5), 28 Мая 2020

Башҡортостанда Булат Солтангәрәев исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары билдәләнде

Юлай Кәримов
Ләйлә Аралбаева
Башҡортостандың баш ҡалаһында Булат Солтангәрәев исемендәге республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурста белем биреү учреждениеларының 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары, лицей һәм колледж студенттары ҡатнашты. Ижади бәйге еңеүселәренә 15, 10 һәм 5 мең һум аҡсалата премия тапшырылды.
Ойоштороусы — Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы менән берлектә «Йәшлек» гәзите. Быйыл конкурс Башҡортостан Республикаһы башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына уҙғарылды.
«Бәйгегә 100-гә яҡын эш килде, уларҙың 30-ҙан ашыуы «Йәшлек» гәзитендә һәм сайтта донъя күрҙе, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына конкурстың кураторы Айбулат Ишназаров. — Эштәр телде, экологияны һаҡлау проблемаларына, башҡорт халҡының тарихи үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә, ғаилә ҡиммәттәре тураһында уйланыуҙарға, хәҙерге донъяла йәштәрҙе үҫтереү мәсьәләләренә, Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналғайны».
Беренсе урынды Бөрйән районы Байназар ауылы урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Зилиә Буранбаева яуланы. Уның шиғырҙарында үҙ алдыңа үҫешеү һәм үҙ-үҙеңде танып белеү темаһы, йәштәр проблемалары асыла.
Икенсе урынды ике кеше бүлеште. Улар — Ишембай ҡалаһы Ә.Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы Роберт Горбунов һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Нәфисә Торомтаева. Уларҙың һәр береһенә 10 мең һум премия тапшырыла.
Өсөнсө урын өс уҡыусыға бирелде. Улар – Бөрйән районы Байназар ауылы урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Сәлимә Дәүләтшина, Баҡалы районы Баҡалы ауылы 1-се урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Илнар Әхмәтханов, Әбйәлил районы Ҡырҙас урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Зәлиә Сәғәҙәтова. Был лауреаттарға — 5 мең һум премия.
Эпидемиологик хәлгә бәйле еңеүселәрҙе Белем көнөндә — 1 сентябрҙә бүләкләү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика