04:25 (UTC+5), 18 Май 2020

Башҡортостанда композиторҙар һәм рәссамдар конкурстары иғлан ителде

автор
Ләйлә Аралбаева
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы иң яҡшы музыкаль әҫәрҙәрҙе асыҡлау буйынса конкурс иғлан итте. Унда профессиональ музыкаль белемгә эйә композиторҙар ҡатнашырға мөмкин, йәш һәм гражданлыҡ мөһим түгел.
Конкурс 2020 йылдың 1 сентябренән 9 ноябренә тиклем бер нисә этапта түбәндәге номинациялар буйынса уҙғарыла: «Инструменталь әҫәрҙәр», «Вокаль-хор жанрҙары», «Ҙур музыкаль форма, шул иҫәптән балалар өсөн».
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте +7 (347) 280-87-78 телефоны буйынса алырға була.
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһендә торған рәссамдар араһында конкурс үткәрә.
Конкурс 2020 йылдың 1 сентябренән 2021 йылдың 16 ғинуарына тиклем бер нисә этапта һынлы сәнғәт, скульптура, графика, театр-биҙәү сәнғәте, биҙәү-ҡулланма сәнғәте номинациялары буйынса ойошторола.
Иң яҡшы эштәр М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына һатыла һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Еңеү! 75 йыл тыныс күк йөҙө аҫтында» республика художество әҫәрҙәр күргәҙмәһендә ҡатнаша.
Конкурс хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте +7 (347) 284-42-47 телефоны буйынса белергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика