04:55 (UTC+5), 08 Май 2020

Еңеү көнөндә «Башҡортостан» дәүләт концерт залынан онлайн-концерт күрһәтелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Еңеү көнөндә «Башҡортостан» дәүләт концерт залынан байрам концертының онлайн-трансляцияһы башлана.
Унда концерт залының барлыҡ ижади коллективтары: «Премьер» төркөмө, Марсель Ҡотоев, Илнур Һибәтуллин, «Ренессанс» халыҡ бейеү театры, «Дельфин» йыр студияһы, «Вираж» бал бейеүҙәре халыҡ ансамбле ҡатнашты.
Концертта «Темная ночь», «Шайморатов генерал», «Смуглянка», «Идет солдат по городу», «День Победы» һәм башҡа йырҙар яңғырай. Бынан тыш, байрам концерты программаһына билдәле композитор Игорь Матвиенконың «Жить» йыры индерелгән. Йыр проектында ҡатнашыусылар был йырҙы (ике куплетын) башҡорт телендә башҡарҙы (тексты Хәлил Хәмзин тәржемә иткән).
Башҡортсаһын «Премьер» төркөмө солистары һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллин йырланы.
«Жить» йырын башҡарыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Фларида Иркина һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы студенттары Карина Исмәғилева, Рөстәм һәм Айҙар Ғөбәйҙуллиндар, йәш йырсы София Буркина ҡатнашты. «Игорь Матвиенконың билдәле йырының ошондай импровизацияһы бик оҡшаны. Беренсе яҙҙырыуҙан уҡ бөтәһе лә башҡорт теле йырға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне тигән фекерен белдерҙе», — тип билдәләне Вилдан Яруллин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика