11:13 (UTC+5), 24 Апреля 2020

Башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктантҡа 67 мең кеше яҙылған

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
25 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә тәүге тапҡыр Башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктант уҙғарыла. Был донъялағы һәм илдәге эпидемиологик хәл менән бәйле.
Башҡорт теленән диктант 2015 йылдан бирле үткәрелә. 2019 йылда акцияла 69 687 кеше ҡатнашты һәм ул халыҡ-ара статусын алды. Уларҙың 3 511-е онлайн яҙҙы. Быйыл Халыҡ-ара диктантта ҡатнашыу өсөн 67 мең кеше теркәлде.
Улар араһында — Санкт-Петербург, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Кировоград, Мәскәү, Ноябрьск, Якут Республикаһы һәм Краснодар крайы вәкилдәре. Шулай уҡ башҡа илдәрҙән: Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан (Нурсолтан, Алматы), Швейцариянан (Женева), АҠШ-тан (Лос-Анджелес, Нью-Йорк), Испаниянан, Эстониянан, Төркиәнән (Истанбул, Анталия, Фетхие, Эскешихер), Германиянан (Берлин), Ҡытайҙан (Пекин, Гуанчжоу) ҡатнашыусылар бар.
Диктантҡа:
1.Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы тура эфир ваҡытында;
2. «Бәйләнештә» (https://vk.com/video-27097047_456247151 ), «Instagram» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингында(https://youtu.be/XTaPHuXGLvA );
3. https://bashkdictant.ru/ сайтында ҡушылырға мөмкин.
Тура трансляция:
— сәғәт 11-ҙән 12-се 25 минутҡа тиклем – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
— 12-се 30 минуттан 12 тула 5 минутҡа тиклем — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
— сәғәт 12-нән 1-се 20 минутҡа ҡәҙәр – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.
Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк.
Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, https://bashkdictant.ru/ сайтында шәхси кабинет аша ебәрергә кәрәк.
Бындай мөмкинлек булмаһа, эштәрҙе 2020 йылдың 26 апреленә төнгө 12 тула 1 минутҡа тиклем bashkdiktant2020@mail.ru электрон почтаһына йәки Whatsapp мессенджерының +7 (927) 950-02 -66 һандарына ебәрергә мөмкин.
Акцияның рәсми йомғаҡтары 30 көн эсендә https://bashkdictant.ru/ сайтына ҡуйыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика