Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Апрель 2020, 14:17

Илшат Зарипов «Тамаша» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Журналист Илшат Зарипов «Тамаша» мәҙәниәт һәм сәнғәт тураһында нәфис-публицистик журналдың баш мөхәррире вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Илшат Булат улы Зарипов Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. 2005-2015 йылдарҙа «Шоңҡар» журналында журналист һәм баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.
2015 йылдан «Башҡортостан Республикаһы нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһының «Башҡортостан журналдары» филиалы директоры урынбаҫары була. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре.
«Тамаша» журналының элекке баш мөхәррире Сөләймән Латипов хаҡлы ялға сыҡты.
Читайте нас: