07:51 (UTC+5), 17 Апреля 2020

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль «Ете ҡыҙ» клибының интернет-премьерын күрһәтә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ләйлә Аралбаева
17 апрелдә киске сәғәт 6-ла Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең YouTube-каналында «Ете ҡыҙ» бейеүе клибының интернет-премьераһы була. Клиптың авторы – Башҡортостанда билдәле режиссер һәм оператор Рияз Исхаҡов.
«2017 йылда беҙ Баймаҡ районының Күлтабан күленә барҙыҡ һәм Фәйзи Ғәскәровтың 105 йыллығына ошо клипты төшөрҙөк. Ул саҡта премьера залда тамашасылар өсөн концерт ваҡытында күрһәтелде, ә бөгөн премьера – интернетта, — тине ансамблдең матбуғат секретары Элиза Сынбулатова. — Шул ваҡытта «Ете ҡыҙ» легендаһының ысын булған хәлгә оҡшағанлығына инандыҡ һәм халыҡ риүйәтенең тағы бер нисә вариантын ишеттек».
Шулай уҡ республика халыҡтарының Милли кейеме көнө уңайынан ансамбль байрамға арналған өс концерт күрһәтә. Онлайн форматтағы концерттарҙы коллективтың YouTube-каналында ҡарарға мөмкин.
Көн дауамында Ғәскәров исемендәге ансамбль артистары Инстаграмда тамашасыларҙы Рәсәй халыҡтары бейеүҙәренең сәхнә костюмдары менән таныштыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика