06:45 (UTC+5), 13 Апреля 2020

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант тәүге тапҡыр онлайн уҙғарыла

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы уҙғарыла. Ул тәүгә онлайн-форматта ойошторола.
Акцияла ҡатнашыу өсөн алдан акцияның сайтында теркәлергә кәрәк.
25 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты буйынса) Башҡортостан юлдаш телеканалында, «Бәйләнештә», Instagram социаль селтәрҙәрендә, YouTube видеохостингында тура трансляция башлана:
сәғәт 11-ҙән 12-се 25 минутҡа тиклем – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
12-се 30 минуттан 12 тула 5 минутҡа тиклем — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
сәғәт 12-нән 1-се 20 минутҡа ҡәҙәр – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.
Диктанттың темаһын һәм тексын ойоштороусылар билдәләй.
Диктантты уҡып яҙҙырыусылар:
Заһир Зәйнетдинов (мультиинструменталист, шоумен) — башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
Флүрә Мурзина («Хәбәрҙәр»ҙе алып барыусы) — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
Марсель Сәлимов (яҙыусы-сатирик, шағир, публицист, тәржемәсе) – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙырға теләгәндәр өсөн.
Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, акцияның сайтында шәхси кабинет аша ебәрергә кәрәк.
Бындай мөмкинлек юҡ икән, эштәрҙе 2020 йылдың 26 апреленә төнгө 12 тула 1 минутҡа тиклем bashkdiktant2020@mail.ru электрон почтаһына йәки Whatsapp мессенджерының +7 (927) 950-02 -66 һандарына ебәрергә мөмкин. Диктантты онлайн режимында яҙыу мөмкинлеге булмаған осраҡта, тура эфирҙың видеоһын рәсми сайтта 2020 йылдың 26 апреленә төнгө 12 тула 1 минутҡа тиклем (Өфө ваҡыты) ҡарарға була.
Бөтә ҡатнашыусыларға сайтта шәхси кабинеттарҙа йәки электрон почта аша диктантта ҡатнашыу тураһында электрон сертификаттар ебәрелә. Акцияның рәсми йомғаҡтары 30 көн эсендә акцияның сайтына ҡуйыла.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика