Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.63
+0.67
3+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Март 2020, 17:25

Өфөлә Рәми Ғариповтың 90 йыллығында «Ғарипов уҡыуҙары» төбәк-ара форумы уҙғарыла

Өфөлә Башҡортостан Республикаһынан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәләтле балалар ҡатнашлығында «Ғарипов уҡыуҙары» төбәк-ара форумы уҙғарыла. Тейешле бойороҡ республика хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Форум Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернаты тәҡдиме буйынса үткәрелә.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығына форумды 27 ноябрҙә уҙғарыу һәм артабан 2022 йылға тиклем ноябрҙең һәр дүртенсе йомаһында ойоштороу бурысы йөкмәтелде.
Республика Финанс министрлығы Мәғариф министрлығы менән берлектә финанслау сығанаҡтарын билдәләргә тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығын билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: