07:50 (UTC+5), 16 Марта 2020

Башҡортостандан фольклор ансамбле Екатеринбургта Төбәк-ара фестиваль лауреты булды

Ләйлә Аралбаева
Мәсетле районының «Зөбәржәт» үҙешмәкәр коллективы татар йырын һәм инструменталь музыкаһын башҡарыусыларҙың «Урал һандуғасы» асыҡ төбәк-ара конкурсында икенсе урынды алды. Конкурс 14-15 мартта Екатеринбургта уҙҙы.
«108 номерҙың 12-һе генә гала-концертҡа үтте. Улар иҫәбендә беҙ ҙә бар, — тип хәбәр итте «Зөбәржәт» ансамбле етәксеһе Зөлфирә Сәлимова. — «Зөбәржәт» ансамбле Башҡортостандан берҙән-бер вәкил ине. Ә беренсе һәм өсөнсө урындарҙы Свердловск өлкәһе коллективтары яуланы. Танылған артистар менән бер сәхнәлә сығыш яһау бик оҡшаны».
Конкурс Татарстан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Свердловск өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығы, Бөтөн донъя татарҙары конгресының башҡарма комитеты, Татарстан Республикаһының Свердловск өлкәһендәге даими вәкиллеге, «Свердловск өлкәһе татарҙары конгресы (Урал татарҙары)» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Свердловск дәүләт өлкә Халыҡ ижады һарайы булышлығында ойошторолдо.
Фестивалдең төп маҡсаты: татар халыҡ йырын һәм татар композиторҙары әҫәрҙәрен, татарҙарҙың милли мираҫын популярлаштырыу; балаларҙы һәм йәштәрҙе татар халыҡ музыкаһына, туған теленә, тарихына һәм мәҙәниәтенә ылыҡтырыу; татар халыҡ йырҙарын һәм татар композиторҙары әҫәрҙәрен башҡарған һәләттәргә ярҙам итеү.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика