10:17 (UTC+5), 13 Марта 2020

Өфөлә Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышланған әҙәби конкурс еңеүселәре бүләкләнде

Ләйлә Аралбаева
Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала — башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү үҙәгендә — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған әҙәби конкурс еңеүселәре бүләкләнде. Республика конкурсы Башҡортостан мәктәптәре уҡыусылары араһында ике номинацияла уҙғарылды: иң шәп шиғри әҫәрҙәр («Башҡортостан беҙҙән башлана») һәм иң шәп проза әҫәрҙәре («Ижади ҡомар»).
Шиғри конкурста беренсе урынды Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Альмира Ҡаҙаҡбаева яуланы. Икенсе урынды Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатынан Нәркәс Сәфетдинова һәм Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы Башҡорт гимназия-интернатынан Вәсилә Хәкимова бүлеште. Өсөнсө урынды Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан Арыҫлан Ҡотлобаев, Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылынан Нәсимә Нәбиуллина, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейынан Йәмил Сәйҙәлиев алды.
«Ижад ҡомары» әҙәби конкурсы еңеүселәре – Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһынан Алмас Абдрахманов, Асҡын районы Ҡашҡа ауылынан Алһыу Мәснәүиева, Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Динә Сәлихова һәм Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Сөмбөл Йосопова.
Конкурсты ойоштороусылар – Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм «Аманат» балалар-үҫмерҙәр журналы редакцияһы.
Конкурстың беренсе этабы еңеүселәре 2019 йылдың февралендә тантаналы шарттарҙа бүләкләнде. Хәҙер икенсе этап еңеүселәрен бүләкләргә сират етте. Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар алдында сығыш яһап, йәш ҡатнашыусыларға ижади эштәре, уҡыуҙағы уңыштары, китапты яратыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
«Аманат» журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин да рәхмәт һүҙҙәре әйтте һәм балалар журналының дуҫы, туған телгә, мәҙәниәткә, Тыуған илгә тоғро, әлеге кеүек ижади шәхестәр булып ҡалырға саҡырҙы.
Журналда ижади конкурстар дауам итә, тип белдерҙе ойоштороусылар. Быйыл улар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнала.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика