Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.59
-0.73
92.81
-0.05
62.43
+0.05
-26 °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Март 2020, 15:33

Республика ҡыҙҙарын «Мисс Башҡортостан - 2020» матурлыҡ конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

IX «Мисс Башҡортостан - 2020» республика матурлыҡ конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. Еңеүсегә республика исеменән Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара сибәрлек конкурстарында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә.
Конкурсҡа буйы 165 сантиметрҙан ашыуыраҡ, параметрҙары 90-60-90-ға яҡын, кейәүҙә һәм балаһы булмаған 16-25 йәшлек ҡыҙҙар саҡырыла.
Ғаризалар «Мисс Башҡортостан» билдәһе менән missbashkortostan@mail.ru почтаһына ҡабул ителә. Шулай уҡ исем-шәрифте, йәште, буйҙы, ҡаланы / районды һәм телефон номерын күрһәтергә, 3-5 фотоһүрәт (портрет һәм буй-һын) беркетергә кәрәк. Фотоһыҙ һәм мәғлүмәтһеҙ ғаризалар ҡаралмай.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас