Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.64
-0.52
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Март 2020, 12:28

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы театрға Нуриев исемен биреү тураһында башланғыс менән сығыш яһауҙан баш тартманы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына Нуриев исемен биреү тураһында башланғыс менән сығыш яһауҙан баш тартманы. Ошо көндәрҙә киң мәғлүмәт сараларында идеянан баш тартырға хәл ителеүе тураһында мәғлүмәт баҫылып сыҡты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре театрға күренекле бейеүсенең исемен биреү тәҡдимен индерҙе, был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы һәм тауыш биреү иғлан итте.
Уның һөҙөмтәләре буйынса республика етәксеһе халыҡтың 80% самаһының ошо исем өсөн тауыш биреүен белдерҙе. Хәҙер мәсьәлә Башҡортостан Республикаһы үҫешенә тос өлөш индергән күренекле эшмәкәрҙәрҙе хөрмәтләү һәм уларҙың хәтерен мәңгеләштереү мәсьәләләре буйынса комиссияла ҡарала.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: