09:38 (UTC+5), 04 Марта 2020

Кескәй принцессалар балына тотош республиканан 250 ҡыҙ саҡырылған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
7 мартта Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында йолаға әүерелгән «Кескәй принцессалар балы» була. Хәйриә сараһы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн ойошторола.
Уға тотош республиканан 250 ҡыҙ саҡырылған. Былтырғы кеүек үк, хореография колледжы уҡыусылары опера һәм балет театрында байрам һәм әкиәт мөхитен тыуҙыра.
Сарала ҡатнашыусыларҙы форма кейгән кавалерҙар – Өфө юридик институты студенттары оҙатып йөрөй.
Көндөҙгө сәғәт 12-лә Грек залында тамаша башлана, һуңынан ҙур бал ойошторола, унда һәр ҡунаҡ ҡатнашырға мөмкин. Йәш принцессаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә «Осоусы карап» спектакле күрһәтелә, һәр «принцесса»ға иҫтәлекле бүләктәр бирелә.
Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова патронажы аҫтында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика