08:56 (UTC+5), 04 Марта 2020

Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең яңы бинаһы асылды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Затон биҫтәһендә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең яңы бинаһын асыу тантанаһы уҙҙы, тип хәбәр итте Өфө мэрияһы.
Был – биҫтәлә берҙән-бер балаларға өҫтәмә музыкаль белем биреү учреждениеһы, ул 1966 йылдан башлап йәш өфөләрҙе башҡарыу оҫталығы һәм музыка сәнғәте нигеҙҙәренә өйрәтә. Быға тиклем музыка мәктәбе Пожарский урамындағы 1926 йылда һалынған иҫке бүрәнә бинала урынлашҡайны. 2016 йылда уҡыу йорто Әхмәтов урамындағы бинаға күсерелде.
Һуңғараҡ биҫтәлә халыҡ һанының артыуына бәйле Чкалов һәм Союз урамдары киҫешкән урында балалар музыка мәктәбенең яңы заманса бинаһын һалыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Төҙөлөш 2018 йылдың йәйендә башланды. Бина йыл ярым эсендә төҙөлдө.
Яңы бинала 400 уҡыусының төрлө йүнәлештәр буйынса белем алыу мөмкинлеге бар. Фортепиано, гитара, скрипканан тыш, ҡурай, ҡумыҙ, думбыра кластары асылды, башҡорт фольклор ансамблдәре һәм оркестрҙар, хореография класы ойошторолдо.
«Хәҙер был республикабыҙҙа иң яҡшы музыка мәктәптәренең береһелер, моғайын, — тине Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров. — Бының менән генә туҡтап ҡалмайбыҙ. 2020 йылда Ҡыйғы һәм Миәкә райондарында яңы музыка мәктәптәрен проектлау ҡаралған. Уларҙы киләһе йылда тапшырабыҙ. Артабан барлыҡ ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә яңы музыка мәктәптәрен төҙөүҙе дауам итербеҙ».
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика