08:39 (UTC+5), 03 Март 2020

Яҡташыбыҙ Филүс Ҡаһиров 8 мартта Мәскәүҙә концерт менән сығыш яһай

Ләйлә Аралбаева
Башҡортостанда тыуып үҫкән танылған эстрада йырсыһы Филүс Ҡаһиров Мәскәүҙә концерт менән сығыш яһай. Уның концерты Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә, 8 мартта, «Измайлово» концерт залында була. Был хаҡта «Татар-информ» хәбәр итте.
Концертта Филүс Ҡаһиров мәскәүҙәрҙе тере тауышҡа яңы йырҙары һәм уҙған йылдарҙағы хаттары менән һөйөндөрә. Башҡарыусының репертуарында - халыҡ ижады ынйылары, ретро, классик һәм заманса музыка әҫәрҙәре. Йырсы башҡорт, татар, рус, итальян, инглиз һәм төрөк телдәрендә йырлай.
Филүс Ҡаһиров Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Килем ауылында тыуған. 2006 йылда — Октябрьский музыка колледжын, 2011 йылда Ҡазан дәүләт консерваторияһын тамамлаған. Ул Ваһапов исемендәге татар йыры фестивалендә Гран-при эйәһе, Йәлил исемендәге республика премияһы лауреаты, уны республиканың «Алтын тауышы» тип атайҙар. Ул — Бүздәк районының почетлы гражданы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика