08:57 (UTC+5), 19 Февраля 2020

Гөлназ Ғәлимуллина «Башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре» проекты менән таныштыра

Ләйлә Аралбаева
Мәскәүҙә йәшәгән башҡорт фоторәссамы Гөлназ Ғәлимуллина яңы проект — «Башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре» календары менән таныштыра. 2020/2021 йылдар календары өсөн башҡорт мәҡәлдәре, шулай уҡ уларҙың рус һәм инглиз телдәрендәге аналогтары һайлап алынған. Һүрәттәрҙә барыһына ла аңлайышлы образдар һәм символдар файҙаланылған.
Проектта тел белгесе Дилә Хизбуллина, рәссам Гөлназ Иҫәнғолова ҡатнашҡан, дизайнын Наталья Кожинова эшләгән, модель – Ильмира Моталова.
«Тәүге «Монисто» фотопроекты социаль селтәрҙә йәшәне. Беҙ, ижади төркөм, был хеҙмәттәрҙең һөҙөмтәһе матди булыуын һәм аккаунттарығыҙҙың диуарын түгел, ә йорттарығыҙҙы биҙәүен теләйбеҙ, — ти Гөлназ Ғәлимуллина. — Күп йылдар элек мәктәптә инглиз теленән яратҡан уҡытыусым Дилә Хизбуллина диссертация яҙғанда мәҡәлдәрҙе анализлау буйынса ҙур эш башҡарғайны, шуға күрә Дилә Ишбул ҡыҙының мәҡәлдәр йыйынтығы ныҡ ярҙам итте».
Автор билдәләүенсә, был – ҙур фотопроекттың беренсе өлөшө. Проект Халыҡ-ара туған телдәр көнө һәм быйыл Башҡортостанда үтергә тейешле Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан булдырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика