11:39 (UTC+5), 12 Февраль 2020

Республикала «Бикбайҙы уҡыйбыҙ» интернет-конкурсы уҙғарыла

ӨФӨ, 2020 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Республикаһының Әҙәбиәт музейы Башҡорт теле йылында «Бикбайҙы уҡыйбыҙ» видеороликтар интернет-конкурсын үткәрә. Конкурс Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рауил Бикбаевтың ижадына арнала.
Унда Башҡортостан һәм яҙыусының тыуған яғы — Ырымбур өлкәһе белем биреү учреждениеларының (мәктәп, лицей, гимназия, колледж) 1-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың йәш категорияһы:
— 7-нән 9 йәшкәсә;
— 10-дан 13 йәшкәсә;
— 14-тән 17 йәшкә тиклем.
Ғаризалар һәм конкурс эштәре 10 апрелгә хәтлем ҡабул ителә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы төркөмөнә ҡушылырға кәрәк. Видеороликтың оҙайлылығы биш минуттан артмаҫҡа тейеш.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 20 апрелдә Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрен билдәләгән ваҡытта була.
Тулыраҡ мәғлүмәт һәм положение – музейҙың сайтында. Конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығының «Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында» Указы сиктәрендә үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика