10:47 (UTC+5), 11 Февраля 2020

Көйөргәҙе районында «Яулыҡ – Тыныслыҡ билдәһе» фестивале уҙҙы

Көйөргәҙе районы хакимиәте
Көйөргәҙе районы хакимиәте
ӨФӨ, 2020 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Уҙған ял көндәрендә Көйөргәҙе районының «Йәшлек» район мәҙәниәт йортонда «Яулыҡ – Тыныслыҡ билдәһе» фестивале ойошторолдо. Байрам ҡунаҡтарының республиканың район-ҡалаларынан егерменән ашыу оҫтабикәнең ҡулдан эшләгән төрлө биҙәүестәрен: селтәр, яулыҡ, баш кейемдәрен ҡарауҙан тыш, һатып алыу мөмкинлеге булды. Фестиваль барышында никахҡа яулыҡ, кейем аксессуары булараҡ яулыҡ бәйләү, визаж һәм стиль буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Тамашасылар алдында Башҡортостандың халыҡ артисы, дүрт тапҡыр ҡурайсылар конкурсының Гран-прийын яулаған «Ҡурайсы» төркөмө етәксеһе Роберт Юлдашев сығыш яһаны. Шулай уҡ Линара Таһированың «Һылыуҡай-BASHKIRIAN BEAUTY» студияһының шәхси коллекцияһы күрһәтелде. Фестиваль тамашасылары һәм ҡунаҡтары әйтеүенсә, улар онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
«Бөгөн ыңғай хис-тойғолар, бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алдыҡ, беҙгә яулыҡ ябынып та модалы күренергә мөмкин икәнлеге хаҡында һөйләнеләр һәм күрһәттеләр», — тип үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты байрам ҡунаҡтары.
Сараны ойоштороусылар – Көйөргәҙе районы хакимиәте, муниципалитеттың хәйриә фонды һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы. Яулыҡ фестивале Салауат епархияһы һәм Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты эгидаһы аҫтында уҙҙы.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика