03:41 (UTC+5), 10 Февраль 2020

Яҡташыбыҙ «Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергә!» телешоуында иң юғары балл йыйҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Рәсәй» телеканалының «Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергә!» йыр шоуында Салауат ҡалаһынан 27 йәшлек Азалия Ғәйнетдинова беренсе урынды алды. Ул проект тарихында иң юғары балл – 99 балл йыйҙы.
Азалия беренсе булып сығыш яһаны һәм башҡа ҡатнашыусылар өсөн юғары планка ҡуйҙы. Яҡташыбыҙ популяр «Despacito» йырын башҡарҙы.
Азалия сәхнәгә сыҡҡас та үҙенең тышҡы ҡиәфәте һәм зифа буй-һыны менән шунда уҡ бөтәһенә лә оҡшаны, ә йырлай башлағас, залды дәртләндереп ебәрҙе. Элек һәр ерҙә яңғыраған был йырҙы күрә алмай инем, ләкин Азалияның башҡарыуы йөрәгемде иретте, тип билдәләне Сергей Лазарев. Юлия Савичева ҡыҙҙы йырлауы, бейеүе һәм үҙенә ышанысы өсөн маҡтаны.
«Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергә!» — барыһы лә бергә йырлаған халыҡ шоуы. Ҡатнашыусыларҙың бурысы – хитты Сергей Лазарев етәкселегендәге 100 жюри ағзаһында баҫып, күмәкләп йырлау теләге тыуҙырырлыҡ итеп башҡарыу. Конкурсанттың хорына ни тиклем күберәк тауыш ҡушылһа, ул шунса күберәк тауыш йыя. Был сығарылышта ике генә йырсы финалға сығып, төп бүләк: проект кубогы, бер миллион һум һәм быйыл йәй беренсе халыҡ фестивалендә үҙеңдең йырыңды башҡарыу хоҡуғы өсөн көрәшеүен дәуам итә алды. Азалия конкурстың финалына сыҡты һәм хәҙер бер миллион һум өсөн көс һынаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика