05:10 (UTC+5), 07 Февраля 2020

Башҡортостанда һәм Рәсәй төбәктәрендә «Урал батыр уты» этник мәҙәниәт марафоны уҙғарыла

https://kulturarb.ru/
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан райондарында һәм башҡорт халҡы күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә «Урал батыр уты» этник башҡорт мәҙәниәте төбәк-ара марафоны башланды. Тейешле бойороҡҡа республика хөкүмәтендә ҡул ҡуйылды.
Проекттың инициаторы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Марафон йыл буйына бара. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы марафонды әҙерләү һәм үткәреү буйынса саралар планын әҙерләне. Уға профессиональ мәҙәниәт учреждениеларының гастролдәре, художестволы үҙешмәкәрлек саралары индерелде. Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә марафонды ойоштороуҙа ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителде.
Бынан алда «Башинформ» хәбәр иткәнсә, марафон ғинуарҙа Бөрйән районында асылды.
«6 мартта «Урал батыр уты» Һамарға килә, ә 10 мартта Балаҡатай районына күсә», — тип хәбәр иттеләр Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика