16:57 (UTC+5), 05 Февраля 2020

«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле артистары маҡтаулы исемдәр алды

«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең ҙур концерты үтте. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «Мираҫ»ты баш ҡаланың визит карточкаһы тип атаны һәм ансамбль Бөтә донъя фольклориадаһында Өфөнө лайыҡлы күрһәтер тигән ышанысын белдерҙе.
Муниципалитет башлығы артистарға ҡунаҡҡа буш ҡул менән килмәгәйне: юғары һөнәри оҫталыҡтары һәм сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн коллектив хеҙмәткәрҙәре маҡтаулы исемдәр алды. Әйтәйек, «Мираҫ» ансамбленең баш балетмейстеры Әлфиә Тимерғәзиева «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булды.
Солист Алёна Завьялова, хор артистары Ирина Ғималетдинова, Гөлнара Миңлеғолова, Артур Ҡадиров, балет артистары Гөлмирә Мамедова, Рәмил Мостафин, Елена Надсадина, Марат Солтанов «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исемдәрен алды. «Мираҫ» ансамбленең музыкаль етәксеһе Сергей Гориченскийға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Тантаналы өлөштән һуң тамашасыларҙы өс сәғәткә илдәр һәм ҡитғалар буйлап сәйәхәткә алып сыҡҡан «Донъя тирәләй» тигән сағыу шоу башланды. Башҡорт, татар, рус көйҙәренән башланған программа артабан Абхазия, Төркиә, Италия, Аргентина, Америка йыр-моңдары менән таныштырҙы. Өс сәғәтлек «ике бүлектән торған сәйәхәт» тыуған ерҙә – тәүҙә ҡурайҙа үҙенсәлекле итеп уйнау, һуңынан «Йыуаса» композицияһы менән тамамланды, тип хәбәр иттеләр коллективтың матбуғат хеҙмәтенән.
Ошо уҡ программаны 7 февралдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ҡарарға мөмкин.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика