04:22 (UTC+5), 30 Января 2020

«Урал батыр» эпосы башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә нәшер ителде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Урал батыр» китабы башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә донъя күрҙе. Төҙөүсеһе, инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы – филология фәндәре докторы Әхмәт Сөләймәнов. Эпосты башҡортсанан руссаға – яҙыусы Әхиәр Хәкимов, инглиз теленә Зөһрә Рәхимова тәржемә иткән. Инеш мәҡәләне рус теленә тәржемәләүсе – Фәрит Әхмәҙиев, ә инглиз теленә – Римма Шәйбәкова. Рәссам – Азат Мөхтәруллин.
«Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадының аҫыл хазинаһы. Әҫәргә донъя мәҙәниәтендә билдәле булған архаик эпостың дөйөм типологик һыҙаттары, үҙенсәлекле этник колорит хас.
Баҫма фольлорҙы өйрәнеүселәргә, шулай уҡ башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнгән. Китап З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә баҫылған, уны нәшриәттең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика