12:42 (UTC+5), 30 Января 2020

Башҡортостанда VI Биишева уҡыуҙары ойошторола

ӨФӨ, 2020 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Стәрлетамаҡта Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһында Башҡорт теле йылына бағышланған «VI Биишева уҡыуҙары: Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙең һәм уҡытыуҙың заманса проблемалары» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы була.
Сара 16 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҙғарыла. Конференцияны ойоштороусы – филиалдың башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты.
Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конференцияның программаһында: республиканың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ижады, туған телдәрҙе һәм әҙәбиәттәрҙе өйрәнеүҙең һәм уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары буйынса сығыштар; асыҡ микрофон; уҡытыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре; мәктәп уҡыусылары араһында тикшеренеү һәм ижади эштәр еңеүселәрен, призерҙарын бүләкләү, сертификаттар тапшырыу.
10-11-се класс уҡыусылары өсөн еңеүсе һәм призер дипломы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға ҡабул иткәндә шәхси ҡаҙаныш булараҡ иҫәпләнә.
Конференцияның эш йүнәлештәре менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин. Конференцияның телдәре: рус, башҡорт, татар, сыуаш. Сара материалдарынан йыйынтыҡ сығарыу күҙаллана. Уларҙы 10 мартҡа тиклем «Биишева уҡыуҙары» тигән билдә менән konf_bf@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика