03:59 (UTC+5), 28 Января 2020

Өфөлә арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән йырсы Вәсилә Фәттәхова тураһында китап донъя күрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән йырсы Вәсилә Фәттәхова тураһында китап донъя күрҙе. Декабрь-ғинуар айҙарында республикала яңы китаптың исем туйҙары уҙҙы.
Китаптың авторы – яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, кино ветераны, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәнис Хәзимов. Элекке йылдарҙа ул йырсы менән бергә эшләгән.
Йыйынтыҡта уның биографияһы, интервьюлары, коллегалары, дуҫтары һәм туғандарының хәтирәләре тупланған. Китапҡа йырсыға арналған шиғырҙар ҙа ингән. Китапты нәшер итеүҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты, композитор Шамил Шәрипов ярҙам күрһәткән.
Вәсилә Фәттәхова – популяр йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, «Тыуған яҡ» хитын башҡарыусы. Күп йылдар эстрадала эшләне, башҡорт һәм татар телдәрендә йырланы. Йырсының матур тауышы миллиондарса тыңлаусының күңелен яуланы. Ул 2016 йылдың 26 ғинуарында бала тапҡандан һуң өҙлөгөү сәбәпле вафат булды. Уға 36 йәш ине, ике балаһы ҡалды.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика