08:41 (UTC+5), 24 Января 2020

Төркиәнең Рәсәйҙәге илсеһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәлен барып ҡараны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 23 ғинуарҙа Өфөлә Төрөк Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мәхмәт Самсар һәм Төрөк Республикаһының Ҡазандағы Генераль консулы Исмет Эрикан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәлен барып ҡараны.
Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова һөйләүенсә, Мостай Кәрим күп кенә төрөк яҙыусылары һәм шағирҙары менән дуҫ булған.
«Мәскәүҙә ул бөйөк төрөк шағиры Назим Хикмәт менән танышҡан, — тип билдәләне Әлфиә Мостай ҡыҙы. — Мостай Кәрим Төркиәгә тәүге тапҡыр 1966 йылда үҙенең дуҫы Константин Симонов менән барған. Шул ваҡыттан бирле уны танылған төрөк сатиригы Азиз Несин, яҙыусы Орхан Кемаль менән тығыҙ дуҫлыҡ ептәре бәйләгән. Ул яҙыусы Суад Дервишты яҡындан белгән, рәссам Ибраһим Балабан менән дуҫ булған. Дуҫы Невзат Устюн уның шиғырҙар китабын тәржемә иткән һәм атайым төрөк уҡыусылары араһында билдәлелек яулаған».
Мостай Кәримдең шиғри йыйынтыҡтары Төркиәлә лә бер нисә тапҡыр нәшер ителгән, тип өҫтәне ул.
23 ғинуарҙа Өфөлә Мәхмәт Самсарҙың Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыуы уҙҙы. Унда Исмет Эрикан да ҡатнашты. Яҡтар иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика