10:43 (UTC+5), 24 Января 2020

Быйыл республикала милли проект сиктәрендә ике яңы мәҙәниәт йорто төҙөлә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Йылайырҙа һәм Илеш районының Ябалаҡ ауылында быйыл ике яңы мәҙәниәт объекты төҙөлә. Төҙөлөшкә аҡса «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә бүленде. Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитетында ошо милли проектты үтәүҙе контролдә тотоу буйынса эш төркөмө ултырышында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина хәбәр итте.
Программа яңы объекттар төҙөүҙе һәм булғандарын ремонтлауҙы күҙ уңында тота. Әйтәйек, 2019 йылда милли проектҡа Башҡортостандан биш мәҙәниәт учреждениеһы инде. Салауат районының Мөрсәлим ауылында яңы клуб һалынды, Түбәнге Ҡыйғы ауылында заманса кинозал асылды, Дыуан һәм Бөрйән райондарында - реновация, Миәкә районында капиталь ремонт үткәрелде.
«Әле төбәк проекттарының 2020 йылға паспорттары раҫлана. Йылайырҙа һәм Илеш районының Ябалаҡ ауылында яңы объекттар төҙөлә. Яңыртылырға тейешле объекттар тураһында мәғлүмәт һуңғараҡ билдәле була», — тип билдәләне Наталья Лапшина.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика