16:35 (UTC+5), 23 Января 2020

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Беҙ — Бөйөк Еңеү йылъяҙмасылары» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

ӨФӨ, 2020 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республика райондарында һәм ҡалаларында «Беҙ — Бөйөк Еңеү йылъяҙмасылары» темаһына ғилми-тикшеренеү эштәре республика конкурсының төбәк этабы бара. Конкурс 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған. Положениеға ярашлы, урындарҙа еңеүселәрҙең ғилми-тикшеренеү эштәре ойоштороу комитетына ебәрелергә тейеш.
Ғинуар каникулдарын һәм конкурсты ойоштороусылар адресына килгән бик күп үтенестәрҙе иҫәпкә алып, ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты 10 февралгә тиклем оҙайтылған, ә ғилми-тикшеренеү эштәрен 10 мартҡа хәтлем тапшырырға кәрәк.
Конкурсҡа йомғаҡ апрель уртаһында – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләр алдынан яһала.
Бөйөк Еңеү йылъяҙмаһының сағыу биттәрен — фронтовиктарҙың һәм тыл эшсәндәренең биографияларын һәм шәжәрәләрен яҙыу маҡсатында ойоштороу комитеты конкурстың төбәк этабын үткәреү өсөн яуаплыларға социаль әһәмиәтле бәйгелә йәш быуындың ҡатнашыуы буйынса эште әүҙемләштереүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика