12:13 (UTC+5), 22 Января 2020

Республикала йәшәүселәрҙе «Ашъяулыҡ» башҡорт аш-һыуы фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар

автор
автор
ӨФӨ, 2020 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Әбйәлил районында VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында «Ашъяулыҡ» башҡорт аш-һыуы фестивале ойошторола. Ул 13 февралдә Асҡар ауылының Үҙәк майҙанында була.
Ҡатнашыуға Башҡортостанда эшмәкәрлек алып барған бөтә йүнәлештәге башҡорт аш-һыуы оҫталары һәм йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары белгестәре саҡырыла.
Фестивалдә айырым номинациялар буйынса конкурстар үткәрелә: ит ризыҡтары конкурсы; һөт ризыҡтары конкурсы; эсемлектәр конкурсы; ҡамыр аштары конкурсы; онотолған милли ризыҡтар рецептары конкурсы; тамашасылар һөйөүе призы.
Ризыҡты тәбиғи ингредиенттарҙан ғына бешерергә кәрәк. Аш-һыуҙы әҙерләп бөтөү һәм өҫтәлде биҙәү өсөн командаларға бер сәғәт ваҡыт бирелә. Экспозиция өҫтәлгә ҡуйыла һәм һайлап алынған башҡорт милли аш-һыуы тематикаһына ярашлы биҙәлә. Өҫтәл менән таныштырғанда йыр-моң, декорациялар, милли атрибутика, кейем-һалым хуплана. Конкурстың положениеһы менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.
Фестивалде ойоштороусы – Әбйәлил районының Мәҙәниәт һәм ял үҙәге. Сара башҡорт милли ризыҡтарының үҙенсәлектәрен популярлаштырыу, иң шәп аш-һыу әҙерләүселәрҙе асыҡлау, милли аш-һыу әҙерләүҙең яңы технологиялары менән таныштырыу, йәмәғәт туҡланыуы өлкәһе белгестәренең һөнәри оҫталығын камиллаштырыу һәм эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, ризыҡ төрҙәре ассортиментын киңәйтеү маҡсатында уҙғарыла.
Ғаризалар 11 февралгә тиклем 83477220334 телефоны буйынса йәки metod-abzelil@yandex.ru электрон адресына ҡабул ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика