09:38 (UTC+5), 22 Января 2020

Өфөлә «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның етенсе томы донъя күрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә башҡорт телендә «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның етенсе томы донъя күрҙе. Ул билдәле башҡорт ғалимы һәм әҙәбиәтсеһе, академик Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә әҙерләнгән һәм 1990-1996 йылдарҙа алты томда сыҡҡан баҫманың дауамы булып тора. Тәүге ике том боронғо замандарҙан алып 1917 йылға тиклем башҡорт әҙәбиәтен анализлай; артабанғы томдар совет осорона бағышланған. Алтынсы томда ХХ быуаттың 90-сы йылдарының беренсе яртыһындағы постсовет башҡорт әҙәбиәтенә күҙәтеү яһала.
«Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның етенсе томы заманса башҡорт әҙәбиәтен анализлауға арналған. Ул ХХ быуаттың 90-сы йылдарынан бөгөнгә көнгә тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала. Китапта шиғриәт, проза, драматургия, балалар әҙәбиәте, әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит тураһында күҙәтеү мәҡәләләре тупланған. Нәжиб Асанбаев, Шакир Янбаев, Талха Ғиниәтуллин, Әнғәм Атнабаев, Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбай, Таңсулпан Ғарипова, Факиһа Туғыҙбаева, Тамара Ғәниева, Әмир Әминев һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының тормошо, ижады хаҡында айырым мәҡәләләр индерелгән. Томда 1995-2015 йылдарҙы үҙ эсенә алған әҙәби тормош йылъяҙмаһы ла бар.
Баш мөхәррир һәм инеш һүҙ авторы – филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов. Редколлегияла Рауил Бикбаев, Айбулат Псәнчин, Ғайса Хөсәйенов, Гөлнара Абдрафиҡова бар.
Китап уҡытыусылар, студенттар, шулай уҡ башҡорт әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһынған уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән.
Йыйынтыҡты «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика