Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
97.41
0
103.16
0
92.03
-0.17
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ғинуар 2020, 17:24

Башҡортостан башлығы халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығын билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

ӨФӨ, 2020 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ шағиры, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, хөкүмәт премьер-министры Фәнүр Йәғәфәров етәкселегендә саралар әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса республика ойоштороу комитеты составы раҫланды.
Саралар әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса сығымдар Башҡортостан Республикаһы бюджетында ҡаралған аҡса иҫәбенә һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Теги:хәтер
Читайте нас в