17:30 (UTC+5), 21 Января 2020

Радий Хәбиров Салауат районы башлығының саҡырыуын ҡабул итте һәм яңы мәҙәниәт йортона баһа бирҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2020 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн Ҡыйғы районы буйлап эш сәфәренән Өфөгә ҡайтышлай Радий Хәбиров Салауат районының Мөрсәлим ауылына инде. Декабрь аҙағында Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов Радий Хәбировты Мөрсәлим ауылы мәҙәниәт йортон асыу тантанаһына саҡырғайны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡортостан башлығы эш сәфәре барышында 1895 йылда уҡ төҙөлгән иҫке клубты ҡарағандан һуң хөкүмәткә ауылда яңы клуб һалыу өсөн 50 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты.
«Уны иртәгә асалар, аҙыраҡ ғына эштәр ҡалған. Ә бер йыл элек унда эш сәфәре менән килгән саҡта ҡурсаҡ театрынан кескәй, ләкин бик һәләтле артистар үҙҙәре эшләгән шаршау артында репетиция яһай ине. Хәҙер иһә бына ниндәй ҙур зал һәм сәхнә, китапхана һәм түңәрәктәр бар», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Урындағы театр түңәрәге етәксеһе Татьяна Шайхитова һәм уның тәрбиәләнеүселәре яңы тамаша әҙерләгән. Яҡташтары уны иртәгә яңы, заманса клубты асыу тантанаһында ҡарай ала.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика