09:38 (UTC+5), 15 Ғинуар 2020

Башҡортостанда Еңеүҙең 75 йыллығына Тынлы оркестрҙар марш-парады һм хор флешмобы уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләүгә әҙерлек бара. Тантаналар барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа ойошторола. Һуғыш инвалидтары һәм ҡатнашыусыларының йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙы, хәтер-мемориаль һәм мәҙәни саралар үткәреү күҙ уңында тотола.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, ғәҙәттәгесә, киләһе миҙгелдә бөтә театрҙарҙың репертуарында һуғыш тураһында спектаклдәр күрһәтеү ҡаралған. Милли музей «Еңеү-75» республика музей-ара проектын ғәмләгә ашырырға – республика музейҙары экспонаттарынан күргәҙмә ойошторорға ниәтләй.
2020 йылда республика кинотеатрҙарында һәм кинозалдарында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән фильмдар күрһәтелә.
Төп саралар 8-9 майҙа уҙғарыла. «Өфө» тимер юлы вокзалы биләмәһендә фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға һәйкәл асыу тантанаһы, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында иһә сәнғәт оҫталарының байрам концерты була.
9 майҙа «Үлемһеҙ полк» халыҡ-ара йәмәғәт хәрәкәте барышында Тынлы оркестрҙар марш-парады ойошторола. Быйыл Өфөлә колонна башында һәләк булған Ватан Геройҙарының туғандары атлай.
«Торатау» конгресс-холы амфитеатрында кис көнө асыҡ һауала «Беҙ Еңеү тураһында йырлайбыҙ!» байрам концерты, хор флешмобы, лазер шоу-программаһы һәм байрам салюты була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика