Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.65
+1.31
22+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Ғинуар 2020, 14:21

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мәскәүҙә гастролдәр менән сығыш яһай

ӨФӨ, 2020 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 1-2 февралдә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мәскәүҙә «Модерн» драма театрында гастролдәр менән сығыш яһай.
Баш ҡала тамашасыларына ике спектакль күрһәтелә.
1 февралдә киске сәғәт 6-ла — Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы» романтик драмаһы. Ҡуйыусы режиссер – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азат Йыһаншин.
2 февралдә киске 6-ла Йәштәр театры коллективы Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» һәм «Өс таған» повестары буйынса спекталь күрһәтә. Ҡуйыусы режиссер – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев.
Читайте нас: