11:17 (UTC+5), 13 Января 2020

Өфөлә «Етегән-2020» ғаилә конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2020 йылдың 11 ғинуарынан 25 февраленә тиклем Өфөлә «Етегән-2020» асыҡ республика конкурсы уҙғарыла. Ул «Етегән» республика башҡорт байрамы – 1 мартта билдәләнгән ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан ойошторола.
Конкурстың номинациялары:
Башҡорт телендә мөхәббәт тураһында шиғырҙарҙы оҫта башҡарыусы;
Башҡорт телендә мөхәббәт тураһында йырҙарҙы оҫта йырлаусы;
Иң яҡшы башҡорт бейеүе;
Башҡорт телендә мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (5 минуттан ашмаһын);
Башҡорт телендә иң матур флаерҙар һәм открыткалар;
Мөхәббәт темаһына иң матур фотолар;
Башҡорт йырына һәм көйөнә «Етегән» байрамына иң яҡшы флешмоб.
Ҡатнашыусының ғаризаһы (ғариза формаһы – 1-се ҡушымта) менән конкурс материалдарын 25 февралгә тиклем etegan_2020@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри һәр номинацияла өс призлы урын билдәләй. Еңеүселәргә һәм лауреаттарға 2020 йылдың 1 мартында дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.
Ҡатнашыу шарттары менән конкурстың рәсми төркөмөндә танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика