17:21 (UTC+5), 27 Декабря 2019

Өфөлә иҫке төрки телен өйрәнеү курсы асыла

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 8 ғинуарҙа Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Иҫке төрки телен өйрәнеү курсы» проектын башлай. Курсты китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире, филология фәндәре кандидаты Флүр Сибәғәтов алып бара.
Курсты асыу өсөн Башҡортостандың тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры, тарих фәндәре кандидаты Марат Зөлҡәрнәев саҡырылған.
«Иҫке төрки теле – революцияға тиклемге осорҙағы яҙма тел, ул шулай уҡ «Волга буйы төрки теле» тип йөрөтөлгән, уны башҡорттар, татарҙар һәм башҡа халыҡтар ҡулланған, — тине ойоштороусылар. — Билдәле булыуынса, революцияға тиклемге архивтар, шул иҫәптән ревизия документтары, иҫәп алыуҙар, генеалогия яҙмалары - иҫке төрки телендә».
Иҫке төрки телен өйрәнеү милләттәштәребеҙгә шәжәрә төҙөгән саҡта нәҫел яҙмаларын тикшереүҙә һәм өйрәнеүҙә ярҙамға итер, тип раҫлай ойоштороусылар.
Беренсе этапта 10 дәрес үткәреү күҙаллана. Дәрестәр Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегендә ойошторола (Өфө, Ленин урамы, 4, 1-се ҡат). Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика