08:05 (UTC+5), 23 Декабря 2019

Республикала «Керәшен һыуыҡтары» эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. XXVI «Керәшен һыуыҡтары» төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. 2020 йылдың конкурс миҙгелен асҡан тәүге бәйге 23-25 ғинуарҙа Бөрөлә уҙғарыла.
Ҡатнашыуға эстрада йырын яңғыҙ башҡарыусылар, эстрада йыры ансамблдәре, хореография коллективтары (эстрада һәм заманса хореография), инструменталь һәм вокаль-инструменталь коллективтар саҡырыла.
Программала: фестивалде тантаналы асыу, «Эстрада йыры», «Эстрада бейеүе» һәм «Эстрада музыкаһы» номинацияларында конкурс ҡарауҙары. Сараның финалында — ике сағыу гала-концерт.
Фестиваль-конкурс 1995 йылда «Керәшен һыуыҡтары» популяр музыка фестивале булараҡ башланған. Ул йәш һәм һәләтле башҡарыусыларҙы, ижади коллективтарҙы асыҡлауға, үҙешмәкәр халыҡ ижадында эстрада музыкаһы һәм бейеү жанрын үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөрө районы хакимиәте.
Ғаризалар 2020 йылдың 20 ғинуарына тиклем gukrcnt@mail.ru,kreshmorozy2020@mail.ru электрон адрестарына ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: Өфөлә: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20, 8-987-103-48-44 – Наталья Михайловна Кондакова. Бөрөлә: 8 (34784) 2-29-96 — Елена Михайловна Мухаметдинова. 8 (34784) 3-15-60 — Валентина Владимировна Юрченко.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика