06:52 (UTC+5), 17 Декабря 2019

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле 80 йыллығына яңы автобус алды

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенең 80 йыллығын билдәләне. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында юбилей концерты уҙҙы.
Республика хөкүмәте коллективҡа гастролдәргә йөрөү өсөн яңы уңайлы автобус бүләк итте. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова директор Алмаз Сәйетовҡа автобус асҡысын тапшырҙы һәм Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.
Данлы коллектив ансамблдең легендар «Зарифа», «Ете ҡыҙ», «Бесәнселәр», «Өс туған», «Ҡурай сәскәһе», «Тархандар», «Ете ырыу» бейеүҙәре менән сығыш яһаны. Коллектив шулай уҡ донъя халыҡтары: мари, уйғыр, алтай, молдаван, украин, хорезм, аргентин бейеүҙәрен күрһәтте.
Кисәнең юбилей программаһына республиканың 100 йыллығы айҡанлы ҡуйылған яңы «Салауат» (Заһир Исмәғилевтың «Салават Юлаев» операһы музыкаһына, ҡуйыусыһы Марат Кәримов) һәм «Русь» хореография композициялары ла инде. Байрам концерты «Сәскә ат, Башҡортостаным» башҡорт сюитаһы менән тамамланды.
Юбилей уңайынан коллектив солистарына һәм ветерандарына наградалар тапшырҙылар. Хәбир Аралбаев, Айбулат Баһауетдинов, Эльвира Муллағолова, Ринат Сарванов, Азамат Туҡтаров Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде. Рита Ваһапова, Дамир Ваһапов, Рәмилә Ғайсина, Ринат Ишмаев, Нәркәс Нәбиева, Рөстәм Сакаев Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттарын алды. Депутат Зәки Әлибаев балет буйынса репетиторҙар Рим Әбделмәновҡа, Гүзәл Абсатароваға, Марат Кәримовҡа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһын тапшырҙы. Ансамбль солистары «Өс туған» бейеүен беренсе булып башҡарған, ошо көндәрҙә 80 йәшен тултырған Тәлғәт Урмановты ла ҡотланы.
20 декабрҙә Йәштәр һарайында Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең тағы бер концерты була.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика