10:26 (UTC+5), 12 Декабря 2019

Марсель Сәлимов һәм «Илһам» театры Германияла де Ришелье исемендәге конкурс лауреаттары булды

Шамил Вәхитов, Владимир Федоров
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Де Ришелье исемендәге Халыҡ-ара әҙәби-художество конкурсы йомғаҡтары буйынса башҡорт яҙыусы-сатиригы Марсель Сәлимов һәм Мәскәүҙең «Илһам» халыҡ театры актерҙары Руслан Борников, Дарья Шаталина, Марсель Усманов, Альберт Әхмәтханов «Бриллиантовый Дюк» дипломына эйә булды. Режиссер Мәҙинә Илһамова етәкселегендәге ижади төркөм яҙыусының скетчтарын сәхнәләштергән өсөн «Театр сәнғәте» номинацияһында бүләкләнде.
Конкурс Германияла «Freundschaft-Brücke «GLORIA» ассоциацияһы ҡарамағында теркәлгән. Уның инициаторы һәм президенты Елена Ананьева – яҙыусы, журналист һәм сәнғәт белгесе, халыҡ-ара ижади проекттар кураторы, Одессала тыуып үҫкән, хәҙер Франкфурттағы Майн ҡалаһында йәшәй (Германия).
Михаил Жванецкий, Эммануил Виторган, Юрий Кузнецов, Лариса Кадочникова кеүек бөтә донъяла билдәле яҙыусылар, журналистар, рәссамдар, артистар, «Маски-шоу» театры төрлө йылдарҙа лауреат исеменә лайыҡ булды. Быйыл конкурста донъяның 22 иленән 8 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Буяу һәм ҡәләм, фотоаппарат һәм кинокамера оҫталары, проекттың «Ҡотҡар һәм һаҡла» лозунгын төп урынға ҡуйып, конкурсҡа төрлө жанрҙағы йөҙҙәрсә әҫәр тәҡдим итте. «Театр сәнғәте» номинацияһында, башҡорт лауреаттарынан тыш, Украина, Германия, Австрия һәм АҠШ-тан килгән сәхнә әҫәрҙәре авторҙары һәм артистар еңеү яуланы.
«Һуңғы йылдарҙа мин Мәскәүҙең Мәҙинә Илһамова етәкселегендәге «Илһам» башҡорт халыҡ театры актерҙары менән дуҫлашып киттем. Улар баш ҡалала минең ижад кисәләремдә ҡатнаша. Уларҙың Мәскәү милләттәр йортондағы сығышы тамашасыларға һәм миңә лә бик оҡшаны. Профессиональ артистар кеүек уйнанылар! Лайыҡлы рәүештә халыҡ-ара конкурс лауреаттары исемен алдылар. Уларҙың 13 декабрҙә Мәскәүҙә Рәсәй халыҡ ижады йортонда буласаҡ ижад кисәһенә саҡырыуҙы ихлас ҡабул иттем», – тине Марсель Сәлимов.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика