12:17 (UTC+5), 12 Декабря 2019

Өфөлә Башҡорт теле көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында телемарафон уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында телемарафон ойошторола. Тура эфир иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Программала — яратҡан алып барыусылар, көтөлмәгән ҡунаҡтар һәм сағыу милли кейемдәр, «Мега» сауҙа-күңел асыу комплексында республика байрамынан тура тоташтырыу, тип хәбәр иттеләр каналдың матбуғат хеҙмәтенән.
Көн дауамында «Тамыр» балалар студияһы әкиәттәрен ҡарарға, шулай уҡ йәш рәссамдар һәм яҙыусы Мәрйәм Бураҡаевала ҡунаҡта булырға мөмкин, шиғриәт һөйөүселәр «Йөрәк һүҙе» бәйгеһенең телевизион версияһында һүҙ донъяһына сумыр.
Башҡорт музыкаһы яратыусыларҙы «Башҡорт йыры»н башҡарыусылар менән осрашыу көтә, улар менән бергә «Башҡортса караоке» ла йырларға мөмкин.
Телемарафонды тура эфирҙа «Бәйләнештә» Башҡортостан юлдаш телеканалы төркөмөндә, YouTube каналында һәм башҡорт телендәге яңылыҡтар редакцияһы Инстаграмында ла ҡарарға була.
Башҡорт теле көнөнөң тулы программаһы бында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика