Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Декабрь 2019, 12:41

Ҡырғыҙстанда һәм Үзбәкстанда Айгиз Баймөхәмәтовтың ижадын мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында өйрәнәләр

ӨФӨ, 2019 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бер юлы ике илдә – Ҡырғыҙстанда һәм Үзбәкстанда – башҡорт яҙыусыһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов китаптарының исем туйҙары үтте.
29 ноябрҙә Ош ҡалаһында яҙыусы Ҡырғыҙстандың ике төп юғары уҡыу йорто студенттары, шулай уҡ «Жетиген» лицейы уҡыусылары менән осрашты. Билдәле булыуынса, был республикала башҡорт яҙыусыһының әҫәрҙәрен яҡшы беләләр, быға тиклем унда яҡташыбыҙҙың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы рус һәм ҡырғыҙ телдәрендә донъя күргәйне. Ҡырғыҙстанда башҡорт яҙыусыһының ижады «Донъя әҙәбиәте» фәнендә лә өйрәнелә.
Күптән түгел Бишкәктә авторҙың «Әкиәтһеҙ бала саҡ» исемле икенсе китабы баҫылып сыҡты.
«Жомоксуз өткөн балалык» — педагогия фәндәре кандидаты, Ош дәүләт университеты доценты Ҡыялбәк Акматов ҡырғыҙ теленә тәржемә иткән китап шулай тип атала.
«Үҙегеҙҙең ижадығыҙ менән төрлө милләт кешеләрен берләштерәһегеҙ, — тине Ош гуманитар-педагогия университеты ректоры Бекмырҙа Зулуев, ҡунаҡты сәләмләп. — Беҙҙең студенттар һәм уҡытыусылар китаптарығыҙҙы ҡыҙыҡһынып уҡый. Улар аша беҙгә яҡын булған башҡорт халҡының әҙәбиәте һәм мәҙәниәте хаҡында күберәк белдек. Беҙҙе яңы ҡыҙыҡлы әҫәрҙәрегеҙ менән ҡыуандырырһығыҙ әле тип уйлайым».
30 ноябрҙә Андижан дәүләт университетында (Үзбәкстан) Айгиз Баймөхәмәтовтың үзбәк телендә донъя күргән китабының исем туйы уҙҙы. Тәржемә авторы – филология фәндәре кандидаты, доцент Мәхбүбә Темирова һәм магистр Муртоз Сатвалдиев.
«Беҙҙең студенттар әҫәрегеҙҙе йотлоғоп уҡыны һәм ул мотлаҡ өйрәнеү өсөн университет программаһына индерелһен тигән теләктәрен еткерҙе, — тине университеты проректоры Азамжон Хамракулов үҙенең сығышында. — Беҙ был идеяны хуплайбыҙ. Тиҙҙән һеҙҙе Ҡырғыҙстанда ғына түгел, беҙҙә лә өйрәнә башларҙар».
Белешмә. Айгиз Баймөхәмәтов (1988 йылда тыуған) — журналист һәм яҙыусы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014), Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы (2008), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2015). Балалар йортонда тәрбиәләнгән етемдәрҙең әсе яҙмышы һүрәтләнгән «Ҡалдырма, әсәй!» автобиографик повесы менән киң танылыу яуланы. Китап башҡорт, рус, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк телдәрендә донъя күрҙе. Башҡортостан, Бүрәтстан, Ҡаҙағстан театрҙарында «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса спектаклдәр сәхнәләштерелде.
«Тастамашы, ана!» китабы Ҡаҙағстанда бестселлер тип танылды. 2019 йылдың апрелендә Бишкәк ҡалаһының Спорт һарайында уҙған «Таштабачы, апаке!» йыйынтығының исем туйына 3000-ләгән тамашасы йыйылды.
Читайте нас: