Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.68
+0.01
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Ноябрь 2019, 10:44

Баш ҡалала Миләүшә Мортазина призына Беренсе Бөтә Рәсәй вокалсылар конкурсы уҙғарыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2-4 декабрҙә Өфөлә тәүге тапҡыр Миләүшә Мортазина призына Беренсе Бөтә Рәсәй вокалсылар конкурсы уҙғарыла. Конкурсты легендар педагог ярты быуаттан ашыу эшләгән Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ойоштора.
Өфө дәүләт сәнғәт институтынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа республикабыҙ, шулай уҡ Екатеринбург, Ҡазан, Магнитогорск, Силәбе, Пермь башҡарыусыларынан 100-гә яҡын ғариза килгән. Улар — мәҙәниәт һәм сәнғәт колледждарының йыр бүлектәре, «Академик йырлау» йүнәлеше буйынса музыка юғары уҡыу йорттары студенттары. Конкурс йәш төркөмдәре буйынса «Яңғыҙ йырлау» номинацияһында уҙғарыла.
Сара 2 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-да Шаляпин исемендәге концерт залында асыла. Ҡатнашыусылар өсөн йәрәбә һалына. Конкурс тыңлауҙары 2 һәм 3 декабрҙә дауам итә. 4 декабрҙә сәғәт 12-лә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы һәм гала-концерт була.
Конкурс «Art-Сәнғәт»: Һәләтле йәштәр өсөн ижади лаборатория» проектының бер өлөшө булып тора. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо мәҙәни-белем биреү проекты музыка, театр, һынлы һәм хореография сәнғәте өлкәһендә талантлы йәштәргә ярҙам күрһәтеү өсөн Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттарын ғәмәлгә ашырыу барышында бойомға ашырыла.
Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина (1926 йылдың 27 майында тыуған) — күренекле педагог, профессор, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, СССР-ҙың юғары мәктәбе отличнигы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы. Өфө йыр мәктәбен ойошторған, йырсыларҙың бер нисә быуынын тәрбиәләгән шәхес. Улар иҫәбендә — Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Илфак Смаков, Сажиҙә Ғәлимова, Нажиә Аллаярова, Радик Гәрәев, Флүрә Ноғоманова, Зөһрә Байбурина, Салауат Асҡаров, Раил Көсөков, Владимир Белов, Хәмит Ишбулдин, Әлфиә Кәримова, Иҙрис Ғәзиев, Bәхит Хызыров, Владимир Копытов, Дилара Иҙрисова, Әлим Ҡәйүмов, Иҙел Аралбаев һәм башҡалар.
Читайте нас: