13:30 (UTC+5), 27 Ноября 2019

Өфөлә өр-яңы башҡорт йәнһүрәттәренең премьераһы уҙҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөнөң «Родина» кинотеатрында яңы BALALAR проекты сиктәрендә кескәйҙәр өсөн башҡорт телендәге үҫтереүсе йәнһүрәттәр серияһынан беренсе йәнһүрәт күрһәтелде. Уның темаһы — «Төҫтәр һәм йыл миҙгелдәре». Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект республика башлығы грантына ғәмәлгә ашырыла.
Премьера уңайынан кинотеатр холында Урал батыр һәм Айһылыу ҡатнашлығында мауыҡтырғыс уйындар, бейеүҙәр, шулай уҡ һабын ҡыуыҡтары шоуы, аквагрим менән балалар байрамы ойошторолдо. Һәр бала бүләккә йәнһүрәт геройҙары менән йәбештергестәр һәм шарҙар алды.
Кинотеатрҙың ҡыҙыл залы туп-тулы ине. Премьераға ата-әсәләр туғыҙ айҙан биш йәшкәсә балалары менән килгән. Йәнһүрәттәр тап ошо йәштәге балалар өсөн төшөрөлгән. BALALAR проекты кескәйҙәрҙе туған тел мөхитендә үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Премьеранан һуң проекттың ижади төркөмө ҡатнашлығында сессия уҙҙы. Проект инициаторҙары һәм етәкселәре — Рузилә һәм Илдар Кинйәбулатовтар; проекттың pr-менеджеры Фатима Янбаева; йәнһүрәттең төп геройҙарын тауышландырған балалар: Бесәй — Азалия Ҡоләхмәтова, Төлкө — Йәмилә Хисаметдинова, Бүре — Искәндәр Мөхәмәтйәнов, Айыу — Илназар Әхмәтйәнов.
Ижади төркөмдөң башҡа ағзалары премьераны социаль селтәрҙәрҙең тура эфирында ҡараны: Гөлдәр Ишҡыуатова — йырҙар авторы, Марат Фәйзуллин Татурас — тауыш режиссеры, Эльвира Ғәлимуллина — рәссам, Сергей Дудин — аниматор, Раил Сәлимов — менеджер, Әлфир Илбаҡтин — башҡарыусы.
Проектты ойоштороусылар әйтеүенсә, биш үҫтереүсе йәнһүрәт, ике мобиль ҡушымта, үҫтереүсе онлайн һәм офлайн карточкалар, әлифба һәм балалар өсөн башҡа әсбаптар сығарыу күҙаллана. Уларҙың барыһы ла balalar.org порталында туплана.
«Өлкәндәр һәм олораҡ балалар өсөн өҫтәл уйынын булдырырға уйлайбыҙ. Был Scrubble уйынының башҡортса аналогы була», — тип хәбәр итте проект авторы һәм етәксеһе Рузилә Кинйәбулатова.
Йәнһүрәттең премьераһы бөгөн YouTube платформаһында күрһәтелә. Тулыраҡ проекттың социаль селтәрҙәрендә: Instagram@balalar, VK@balalar.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика